Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Өфөлә демография һәм ғаилә сәйәсәтенә арналған Бөтә Рәсәй конгресы асылды. Ул илдә “Демография” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Балтас районы үҙәгендә йәшәгән Шаймөхәмәтовтар 11 бала тәрбиәләй. Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле йыйында ғаилә тик ошо ҡаҙанышы өсөн генә ҡатнашмай. Бөгөн улар изгелек сығанағы булараҡ рәхмәт хатына лайыҡ. Бәхетле бала саҡ бүләк итер өсөн һөнәри белем кәрәкмәй. Мәрхәмәтлек һәм иғтибар – Өфөлә йәшәгән Ибраһимовтар ҙа тап ошо мөнәсәбәттәр аша үҙенсәлекле ҡыҙҙары Айгөлдөң бөгөнгө һәм киләсәк уңыштары өсөн тырыша. 10 йыл элек “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалған ғаилә хәҙер республика буйынса йөҙәрләгән кешене берләштерә. Бала мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Рәсәй вәкиле тәҡдиме менән ойошторолған “Баласаҡ векторы” проекттар бәйгеһенең маҡсаты – төбәктәрҙә ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте, атайлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән программаларҙы баһалап еңеүселәрҙе билдәләү һәм ошо тәжрибәне ил буйынса таратыу. Быйыл конкурсҡа 500-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Конгресс барышында шуларҙың унауһы бүләкләнде. Башҡортостандың “Ғаилә” район-ара үҙәге иһә махсус призға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Башҡортостан Татарстан, Ставрополь һәм Алтай крайҙары менән бер рәттән заманса технологиялар ҡулланып бойомға ашырылған социаль проекттар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостанда балалыҡты яҡлау маҡсатында күрелгән сараларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләп үтте. Мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүе, ҡалаларҙа һөт кухнялары эшмәкәрлегенең тергеҙелеүе, балалар баҡсалары һәм урта белем биреү йорттарында туҡланыу тәртибен камиллаштырыу, мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыу кеүек аҙымдар ил күләмендә ҡыҙыҡһыныу уятты. Радий Фәрит улы замана балалары өсөн етди хафаланыуын да белдерҙе. Конгресс барышында мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләй. “Әсәлек һәләттәрҙе аса” ижади вернисажында ғына тәҡдим ителгән 600-ҙән ашыу картинаның тик 212-һе һайлап алынған. Күргәҙмә барышында үҙешмәкәр рәссамдарҙың Каринэ Хәбирова менән осрашыуы ойошторолдо. Күргәҙмәне ойошторорға Республика етәксеһенең тормош иптәше тәҡдим иткән. Ул үҙе әсә булғас рәсем төшөрөү менән мауыҡҡан һәм бик күп теләктәштәрен тапҡан. Был картина авторҙарының күбеһе үҙ ижади эштәрен ойоштороусыларға бүләк итә. Артабан улар балалар йорттары, приюттар кеүек әсә йылыһына мохтаж учреждениеларын биҙәй. Бөтә Рәсәй конгресына 85 төбәктән килгән 300-ҙән ашыу делегат араһында бала мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса төбәк вәкилдәре бар. Теүәл ун йыл элек ойошторолған был институт вәкилдәре бөгөн демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын барлай. Тәжрибә уртаҡлаша. Конгрестың икенсе көнө ғаилә сәйәсәте һәм демография үҫеше өлкәһендә Башҡортостан тәжрибәһенә арнала. Бөгөн, 16 майҙа, конгреста ҡатнашыусылар Өфөнөң мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға ниәтләй. Тап ошо тармаҡтарҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге илдә “Демография” Милли проектын уңышлы бойомға ашырырға булышлыҡ итә.
Балалар-беҙҙең киләсәк
Тулыраҡ: Балалар-беҙҙең киләсәк