Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте

Бөтә Рәсәй Конгрессы сиктәрендә Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы ла үтте. Ата-әсәләр хәрәкәте республикала һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә, балаларҙың буш ваҡытын, ялын файҙалы һәм һөҙөмтәле ойоштороуҙа ҡатнаша. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткән тематик шәмбеләрҙе лә улар хуплап ҡаршыланы. Туризм һәм экология йүнәлештәре балаларға тәбиғәт менән яҡындан танышырға, этномәҙәни һәм патриотик шәмбеләр тыуған ер, мәҙәниәт, тарих менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә. Сәләмәтлек сәғәте баланы спорт яғынан үҫтереү менән бер рәттән дөрөҫ туҡланыуҙан алып яман сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү тәжрибәһен белеп үҫергә мөмкинлек бирә. Иң мөһиме тематик шәмбеләр балаларҙың һәләттәрен асырға һәм уны үҫтерергә ярҙам итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта дөйөм сара ата-әсәләр араһында һүлпәнлекте юҡ итергә этәргес бирә, тигән фекерҙә Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Анна Кузнецова. Радий Хәбиров фекеренсә, дөйөм шәмбеләр уҡыусылар араһында берҙәмлек рухын тәрбиәләргә тейеш.