“Баласаҡ векторы” проекттар бәйгеһенең махсус призына лайыҡ булған “Ғаилә” район-ара үҙәге эшмәкәрлеге менән Анна Кузнецова яҡындан танышты. Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект бер йыл эсендә генә тиҫтәләгән ғаиләләрҙә ата-әсә һәм бала араһында йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Шат йылмайып, дәртле баҫып бейегән егет-ҡыҙҙарға ҡарап, ҡасандыр улар менән дә ҡатмарлыҡтар булғанын хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әммә шулай ҙа "Ғаилә" социаль үҙәгенә ауыр холоҡло үҫмерҙәр эләгә. Кемдеңдер ата әсәһе менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡан, икенселәре үҫмерҙәр менән уртаҡ тел таба алмай, бәғзе берәүҙәр бөтөнләй мәктәпкә ҡул һелтәр, уҡыуын ташлаған. Сафиндарҙы ла был проблемалар урап үтмәгән. Өлкән ҡыҙҙары үҫмер ҡорона еткәс, өйҙән сығып ҡаса башлаған. Шул саҡта уларға "Ғаилә" район-ара үҙәге ярҙамға килә. Бер йыл элек кенә барлыҡҡа килгән үҙәк йөҙгә яҡын ғаиләләрҙә ата-әсә һәм бала араһында йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.Балалар үҙәккә йөрөп реабилитация үтә алған кеүек, шулай уҡ, бында йәшәү мөмкинлеге лә бар. Егет-ҡыҙҙар алты айға тиклем бына ошондай бүлмәләргә урынлаштырыла. Ҡунаҡханала йәшәү өсөн уңайлы шарттар ғына түгел, уңайлы мөхит тә булдырылған. Тупһанан ашаҡлап үтеү менән һөйөү тулы донъяға эләгәһең. Балалар тәрбиәселәрҙең күңел йылылығын, яғымлылығын тойоп, күҙгә күренеп үҙгәрә башлай, ти ата-әсәләр. Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, социаль ҡунаҡханала ижадҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Үҙәк менән танышырға килгән Рәсәй Президентының Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Анна Кузнецоваға тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең ҡул эштәрен бүләк итте.Ә Анна Юрьевна үҙ сиратында балаларға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе һәм ниндәй ҙә булһа киҫкен мәсьәләләр килеп тыуған хәлдә уларҙы сисергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Ғөмүмән, Рәсәйҙә тиңе булмаған “Ғаилә” үҙәге лә ауыр хәлдә ҡалғандар өсөн "ярҙам ҡулы". Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәтте нығытыу — үҙәктең маҡсаты ябай, әммә шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле. Сөнки ғаиләләр ныҡ, татыу икән, йәмғиәт тә ныҡлы һәм көслө буласаҡ. Юҡҡа ғына "Ныҡлы ғаилә — ил терәге", тип әйтмәйҙәр бит.
Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект
Тулыраҡ: Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект