Өфөгә Волга буйы федераль округы ҡотҡарыусылары йыйылды

Тулыраҡ: Өфөгә Волга буйы федераль округы ҡотҡарыусылары йыйылды

Улар аварияла бәләгә тарыған кешеләрҙе автомобилдән сығарыу, беренсе ярҙам күрһәтеү кеүек ярышта көс һынашты. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында авария-ҡотҡарыу эштәренең һәр минуты ҡәҙерле ти, белгестәр. Авария урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар иң беренсе хәлде баһалай, төрлө ҡатмарлыҡтарҙы билдәләй һәм авария-ҡотҡарыу ҡоролмаһын әҙерләй.Һуңынан янғын һүндереүселәр автомобилдең капотын аса һәм аккумуляторҙың сымдарын ҡырҡа. Был тәү сиратта ҡыҫҡа ялғаныштан янғын сығып китмәһен өсөн эшләнә. Ҡотҡарыусылар машинаның артҡы тәҙрәһен ватып инә һәм салонда ултырған кешеләрҙең хәлен билдәләп, беренсе ярҙам күрһәтә. Һуңынан уларҙы сығарыу буйынса операция башлана.Статистика буйынса, янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуҙың һәр бишенсеһе юл-транспорт ваҡиғаларына тура килә. Бындай ярыштар авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу өсөн уҙғарыла. Уҙған йылда республикала 118 кеше аварияға тарыған автомобилдән ҡотҡарылған, уларҙың 13-сө балалар. Автомобилдең ишектәре һәм ҡыйығы ҡырҡып алынғас, зыян күргәндәрҙе ҡотҡарыу башлана. Шарттар буйынса, командаларға йәрәхәтләнгәндәрҙе ипләп кенә һәм шул уҡ ваҡытта тиҙ генә автомобилдән сығарырға кәрәк. Артабан йәнә медицина ярҙамы күрһәтелә һәм шунан һуң ғына табиптарға тапшырыла. Өфөлә үткән ярышта Волга буйы федераль округынан 14 команда ҡатнашты. Киров өлкәһе, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Пермь крайынан ҡотҡарыусылар финалға сыҡты. Был сара Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ярыштарының өсөнсө этабы булып тора. Йомғаҡлау өлөшө Мәскәүҙә үтә һәм Өфөлә еңгән команда Волга буйы федераль округы исеменән ил күләмендә сығыш яһай.