Әле барлыҡ район һәм ҡалаларҙа, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыйындар уҙа, делегаттар һайлана. Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Өфө ҡала башҡорттарының да беренсе ҡоролтайы үтте. Сарала өс йөҙгә яҡын делегат ҡатнашты. Йыйын сиктәрендә Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм рәйесе һайланды. Өфөлә генә 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Быға тиклем ҡала башҡорттары ҡоролтайы юҡ ине. Һәм, ниһәйәт, Өфө башҡорттарының үҙ ҡоролтайы ойошторолдо. Йыйында Өфөнөң ете районынан 300-гә яҡын делегат ҡатнашты. Сара барышында ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү юлдарын барлау, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлекте тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Йыйын барышында һәр кем үҙ тәҡдимдәрен индерә алды. Уларҙың күбеһе Өфө ҡалаһында башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәре етмәүгә бәйле ине. Йыйын сиктәрендә башҡарма комитет һәм етәксе һайланды. Берҙәм тауыш менән Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп Гөлфиә Янбаева һайланды. Бөтә Донъя башҡорттарының тәүге ҡоролтайы 24 йыл элек ойошторолғайны. Башҡорт халҡының йыйындары-Ҡоролтайҙар үткәреү йолаһы тарих төпкөлөнән килә. 90-сы йылдарҙа был йолаға әйләнеп ҡайтыу көн талабына әйләнә, сөнки үҙгәртеп ҡороу елдәренең йәмәғәтселеккә кире йоғонтоһо тиҙ саралар күреүҙе талап итә. Донъяла әле миллион ете йөҙ мең самаһы башҡорт бар. Донъяның төрлө ҡитғаларында сәселеп йәшәгән милләттәштәребеҙҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы берләштереп тора. Быйыл июндә 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла төрлө илдәрҙә йәшәгән башҡорттар йыйыласаҡ. Әле Башҡортостандың район ҡалаларында, күрше төбәктәрҙә урындағы ҡоролтайҙарҙың ултырыштары үтә. Башҡорт телен һаҡлау, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү, башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыу – уларҙа күтәрелгән төп мәсьәләләр ошо.Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә телде, мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән ҡәтғи талаптар ҡуя һәм Ҡоролтайҙың яңы рәйесенә ҙур өмөттәр бағлай.Күптән түгел генә Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы үтте. Съезд көнүҙәк проблемаларҙы ғына асып һалманы, уларҙы хәл итеү юлдарын да асыҡларға ярҙам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡын берләштереүгә тос өлөш индерҙе. 1995 йылда үткән 1-се ҡоролтайҙа башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына бихисап мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Быйылда 5-се Бөтә донъя башҡортттары Ҡоролтайында ла тел, мәғәриф, демография, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ, ғөмүмән, башҡорт халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Башҡортостан Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе Ҡоролтайына әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе Ҡоролтайына әҙерләнә