Подъездарҙы кем емерә?

Тулыраҡ: Подъездарҙы кем емерә?

Республика етәксеһе яңы ғына ремонтланған подъездарҙы емереүгә ҡарата үҙ фекерен белдереп халыҡты кисекмәҫтән участка полиция хеҙмәткәренә шылтыратырға, вандаллыҡ акты тураһында хәбәр итергә саҡырҙы. Күп көс һәм аҡса түгеп ремонтланған ҡайһы бер подъездарҙа әлегә билдәһеҙ кешеләр диуарҙарға яҙып, тәҙрәләрҙе ватып киткән. Радий Хәбиров был хәлгә битараф ҡалмаҫҡа саҡырҙы һәм йәмәғәтселәр ярҙамына өмөт итеүен белдерҙе. Быйыл республикала күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау дүрт этапта үтә. 15 июнгә тиклем 4 мең подъездың 25 проценты, 1 ноябргә тиклем быйылға билдәләнгән эштәр тамамланырға тейеш.