- Күнекмәләр сиктәрендә Рәсәйҙең Су-34 истребитель-бомбардировщигы 1 мең 500 килограмлыҡ идара ителеүсе бомба ташлаған. Уны тауҙағы нығытмаларҙы, бункерҙарҙы емереү, тимер-бетондан эшләнгән команда пункттарын юҡ итеү өсөн ҡулланалар. Бындай снарядтар 2015 һәм 2017 йылдарҙа Сүриәлә уңышлы һынау үткәйне.
- Төркиәлә “Диңгеһ бүреһе” тип аталған хәрби күнекмәләр башланды. Ил тарихындағы иң күләмле маневрға 57 самолет, 33 вертолет, 131 карап һәм 26 мең хәрби йәлеп ителгән. 25 май:а тиклем дауам иткән күнекмәләргә һыу аҫты кәмәләре, хәрби-жиңгеҙ артиллерияһы, ҡораллы коптерҙар, эҙләү-ҡотҡарыу бүлексәләре лә ҡушыла.
- Пекиндың үҙәгенән 46 саҡырымда урынлашҡан Дасин аэропорты тест режимында эшләй башланы. Бында Ҡытайҙың дүрт авиакомпанияһы самолеттары төшкән. Аэропорт сентябрь аҙағына тулы ҡеүәтенә эшләй башлар, тип көтөлә. Донъялағы иң ҙур аэропорттың майҙаны 700 мең квадрат метрҙан ашыу, йылына ул 100 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала.
- Америка тикшеренеүсеһе Виктор Весково яңғыҙы Мариан сөңгөлөнөң иң тәрән урынына төшкән. Диңгеҙ төбөнә төшкәндә ғалим ҡыҫалаға оҡшаш яңы төр йән эйәләренә тап булған. Иң аптыратҡаны-11 саҡырым тәрәнлектә экспедицияла ҡатнашыусылар пластиктан эшләнгән һауыт тапҡан.
- Тула өлкәһенең Дедилово ауылында ер ишелеп биш ҡатлы йорт һыйырлыҡ соҡор барлыҡҡа килгән. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ғалимдар фекеренсә, аҫты һыуҙары тупраҡты йыуыу сәбәпле ошондай соҡор барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ауылдан йыраҡ түгел генә бынан йөҙ йыл элек барлыҡҡа килгән тағы ла ике соҡор бар.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре