Башҡортостан халҡы Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Әхмәтхановты һуңғы юлға оҙатты.Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Салауат районында тыуған. Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы. 2008 йылда Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Артур Әхмәтханов хеҙмәттәштәре араһында үҙенең намыҫлы һәм тырыш булыуы, эшен яҡшы белеүе менән абруй яуланы. Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләнде.
Ул башҡорт халҡының ысын улы ине
Тулыраҡ: Ул башҡорт халҡының ысын улы ине