100 йыллыҡҡа – 100 мең ағас

Тулыраҡ: 100 йыллыҡҡа – 100 мең ағас

Ишембай районында Башҡортостан Республикаһының юбилейына арнап 100 мең ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртылды. Был сара 20 апрелдән 20 майға тиклем төбәк етәксеһе Радий Хәбиров иғлан иткән “Урман тергеҙеү айлығы” сиктәрендә ойошторолған. Ағас ултыртыу буйынса ҡыҫҡа ғына оҫталыҡ дәресе алғандан һуң халыҡ дәррәү эшкә тотондо. Маҡар урман хужалығында күләмле экологик сара ойошторола икәнен белеп ҡалғас, Этҡол ауылы биләмәһе халҡы олоһонан кесеһенә тиклем акцияға ҡушылған. Бер көнгә уҡыусылар ручка-ҡәләмдәрен ҡалдырып, ҡулдарына көрәк тотоп, ағас ултыртырға сыҡты. Ҡарағай менән ҡарағас осраҡлы һайланмаған. 40 йыл эсендә тулыһынса өлгөрөп етәсәк ағастар ҡиммәтле һанала, аҙаҡ уны төрлө маҡсаттарҙа ҡулланырға мөмкин. 23 гектар майҙанда 100 мең ҡарағай һәм ҡарағас ултыртылды. Башҡортостан биләмәһендә был акция яҙ һәм көҙ көндәре йыл һайын ойоштороласаҡ.Республиканың урман фонды 6 миллион гектарға яҡын, уның 40 процентын урман биләмәһе тәшкил итә. Ағастар ултыртыу менән генә эш сикләнмәй, урманға иғтибарлы ҡараш та талап ителә.