Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмектәре аталды

Тулыраҡ: Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмектәре аталды

Ауыл биләмәләре, район һәм ҡала хакимиәттәре бер-нисә номинация һәм категория буйынса билдәләнде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Урындағы үҙидаралыҡ көнө апрелдә билдәләнә. Әммә, Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың эш графигы тығыҙ булыу сәбәпле иң яҡшы муниципалитеттарҙы бүләкләү тантанаһы майға күсерелде. Иң беренсе Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. “Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Борис Нурисламов һәм Көйөргәҙе районының элекке хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов “Салауат Юлаев” ордены менән наградланды. “Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү” номинацияһының беренсе категорияһында Өфө ҡалаһы еңеүсе тип танылды. Ә “Муниципаль берәмектәрҙә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу, йәмәғәт үҙидаралыҡты үҫтереү һәм был эшкә халыҡты йәлеп итеү” номинацияһында Октябрский ҡалаһына етеүсе булманы. Сибай һәм Учалы ҡалалары ла билдәләнде. Хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан республикаһының маҡтаулы грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ, урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү мәсьәләләрен яҡтыртҡан журналистар бүләкләнде. Быйыл беренсе урынға Әбйәлилдәр сыҡты. Тантанала Иң яҡшы ауыл биләмәһе, район һәм ҡала муниципаль хеҙмәткәре тәбрикләнде, “Милләт-ара тыныслыҡ урынлаштырыу һәм татыулыҡты нығытыу, муниципаль кимәлдә милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу” номинации еңеүсеһе аталды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙә эшлекле һәм кешелекле сифаттар хас. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән урындағы үҙидаралыҡ органдары хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләне.