«Башавтотранс»ҡа тағы ла 350 автобус һатып алына

Тулыраҡ: «Башавтотранс»ҡа тағы ла 350 автобус һатып алына

Транспортта тәртип булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. "1 сентябргә республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларын "Башавтотранс"тың рәсми маршруттары менән тоташтырыу бурысын ҡуям. Ул саҡта пассажирҙарҙың ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыуға юл ҡуйылмаясаҡ. Бынан тыш, өсөнсө кварталда Өфөлә урта һәм эре класслы тағы ла йөҙгә яҡын автобус йөрөй башлаясаҡ", тип яҙып сыҡты республика етәксеһе.