Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай киләһе ултырырышында законға ошондай үҙгәреш индерергә ниәтләй. Был бигерәк тә күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы ғына ярҙам, тип иҫәпләй парламентарийҙар. Әлегә тиклем компенсация мохтаждарға ғына тейеш ине, йәғни ғаиләнең уртаса айлыҡ килеме йәшәү минимумынан бер ярым тапҡырға артамаған осраҡта ғына бирелә торғайны. Дәүләт ярҙамы беренсе бала өсөн 20, икенсе балаға 50, өсөнсө һәм артабанғылары өсөн 70 процент була.
Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн компенсацияны бөтә ғаиләләр ҙә аласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн компенсацияны бөтә ғаиләләр ҙә аласаҡ