Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бер ни тиклем үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, математиканан база кимәлен һайлағандар профилде бирә алмай. Кеҫә телефоны, шпаргалкалар өсөн яуаплылыҡ элеккесә. Берҙәм дәүләт имтихандары өсөн пункт итеп һайлап алынған 97 мәктәптән тыш, дистанцион уҡығандарҙың өйҙәренә баралар, шулай уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн иректәре сикләнгәндәр колонияла тапшырасаҡ, ти Республика Мәғариф министрлығы белгесе Элвир Дауытов. 11 кластар өсөн тәүге Берҙәм Дәүләт имтиханы география һәм әҙәбиәттән 27 майҙа үтә.
Берҙәм дәүләт имтихандарына бер аҙна ваҡыт ҡалды
Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтихандарына бер аҙна ваҡыт ҡалды