Уның мөмкинлектәре менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Электрон майҙансыҡ эшҡыуарҙар, инвесторҙар өсөн мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, бында дәүләт яғынан тейешле хеҙмәттәр алыу, эш башлар өсөн район-ҡалаларҙа буш майҙансыҡтар, биналар табыу, дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәргә ул эшҡыуарлыҡты башлау өсөн белешмә лә булып тора. Тест режимында март айынан эшләп килгән порталда әле 1 меңдән ашыу йүнсел үҙҙәренең инвестиция проекттарын ҡалдырған. Ул, тулы ҡеүәтенә ярты йылдан эшләп китәсәк, ти проект авторҙары.
Башҡортостанда бизнес өсөн инвестпортал эшләй башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда бизнес өсөн инвестпортал эшләй башланы