Башҡортостан нефть һәм газ тармағын үҫтереү буйынса үҙ алдына ҙур маҡсатта ҡуя. “Газпромнефтехим Салауат” һәм уның янында урынлашҡан башҡа предприятиелар нигеҙендә нефть һәм газ химияһы кластерын ойоштороу ҡарала. “Газпром” компанияһы менән 300 миллиард ҙумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелә. / Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй нефть һәм гах химияһы форумында белдерҙе. Форумға Рәсәй һәм сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу компания килде. Был уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә күберәк. Форум Башҡортостанда 27-се тапҡыр уҙғарыла. Ошо арауыҡ эсендә бихисап килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды һәм файҙалы проекттар тормошҡа ашырылды.
“Газпром” компанияһы менән 300 миллиард ҙумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелә
Тулыраҡ: “Газпром” компанияһы менән 300 миллиард ҙумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелә