“Ростех” менән хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәре тикшерелә

Тулыраҡ: “Ростех” менән хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәре тикшерелә

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһының директорҙар советы етәксеһе Анатолий Сердюков менән осрашты. Яҡтар республикала авиация тармағында эшләүсе предприятиелар эшмәкәрлеген көйләү маҡсатында эшсе комиссия булдырыу тураһында килеште. Ул заказдар менән тәьмин итеү һәм башҡа килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү мәмкинлеген бирергә рейеш. Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһына Башҡортостандың 7 предприятиеһы инә, уларҙа 35 меңдән ашыу кеше эшләй. Уларҙың “Ростех” составына инеүе предприятиеларға өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә ярҙам итергә тейеш, тиелде осрашыуҙа.