Башҡортостанда “Домокомплект” программаһы буйынса түбән процент менән займ биреү күләмен 400 меңгә тиклем арттырыу ҡарала. Был турала республиканың төҙөлөш буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. “Домокомплект” программаһы 2011 йылда ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, йылына 5 процент ставка менән 5 йылға 300 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Әле ведомство программала ҡатнашыусыларға 8 йылға 400 мең һум бирергә тәҡдим итә. Бының өсөн йылына 150 миллион һум күләмендә аҡса кәрәк. Белгестәр билдәләүенсә, был осраҡта төбәктә программа буйынса 1 мең ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.
“Домокомплект” программаһы ябайлаша
Тулыраҡ: “Домокомплект” программаһы ябайлаша