Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә ике урам халҡы һыуһыҙ ҡалды

Тулыраҡ: Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә ике урам халҡы һыуһыҙ ҡалды

Бында торба тишелеү сәбәпле йорттарға һыу килмәй тиерлек. Һыу менән тәьмин итеүсе ойошманан иһә шәхси йорттарҙа йәшәүселәр һыу селтәр үҙҙәре төҙөгән һәм ҡала ҡарамағына тапшырмаған, тип белдерәләр. Хәбәрсе. 73 йәшлек Альбина Әнәсова сөптөрләп кенә аҡҡас һыуҙы һаҡсыл ғына ҡуллана. Һуғыш йылдарында тыуған ханым һыу өсөн аҡсаһын ваҡытында түләй. Әммә, һыуүткәргесте эшләргә теләүселәр юҡ. Һыуүткәргес бер-нисә көн элек тишелгән. Һыуҙың урғылып ағып ятыуын бында йәшәүселәр видеоға төшөрөп алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, тәьмин итеүсе ойошмаға һәм урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткәс, махсус хеҙмәттәр килеп, һыу биреүҙе кәметкән.Хәҙер инде өс көндән ашыу йорттарға яҡшылап һыу килмәй. Шәхси өйҙә йәшәүселәр яҙ осоронда баҡсаларына ла һыу һибә алмай. Үҙҙәрен нисектер тәьмин итер өсөн колонканан һыу ташый.Беҙҙең хаҡлы ялдағы пенсионерыбыҙға ла биҙрәләп һыу ташырға тура килә. Сөнки, ул ихатаһында кәзә аҫырай. Һөт биргән берҙән-бер малҡайын да хәстәрләй ханым. Һыуүткәргес тишелеү сәбәпле Нижегородка биҫтәһенең Еҙем һәм Воронеж урамдарында һыу менән проблема килеп тыуған. Бында 20-нән ашыу йортта тиҫтәләгән кеше йәшәй, улар араһында балалар ҙа бар.Был проблема йылдан-йыл тиерлек ҡабатлана. Мәҫәлән, 2016-сы йылда Ленин районы хакимиәте ҡыҫылғас ҡына хәл ителгән. Асыҡланыуынса, һыу менән тәьмин итеү селтәрен бында йәшәүселәр ҡасандыр үҙҙәре төҙөгән. Кешеләр һыу өсөн аҡса йыялар, ә авария булһа, ремонтламайҙар тип зарлана. Хакимиәттә һыуүткәргестәрҙе төҙөгәс, ваҡытында властарға мөрәжәғәт итеп, тейешле ойошма ҡарамағына тапшырырға кәрәк ине, тип белдерәләр. Бөгөн махсус хеҙмәттәр авария эҙемтәләрен бөтөрәсәк. Һәр хәлдә ойошмала һәм хакимиәттә ошо турала вәғәҙәләнеләр. Әммә, халыҡты ҡасан һыу селтәрҙәрен тейешле ойошма ҡарамағына алырҙар һәм хеҙмәтләндерә башларҙар, тигән һорау борсой. Был һорауға хакимиәттә лә яуап бирергә ҡыйынһындылар.