Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра. Дератизация үткәреүгә ҡарамаҫтан, сирлеләр кәмемәй. Гемморагик биҙгәк менән йылдың барлыҡ миҙгелендә лә ауырыу мөмкин. Статистика күрһәтеүенсә, ауырыусыларҙың яртыһынан ашыуы биҙгәкте тәбиғәткә сыҡҡанда, 31 проценты иһә көнкүреш шарттарында йоҡторған. Табиптар әйтеүенсә, сирҙең билдәләре — юғары тән температураһы, баштың сатнап ауыртыуы, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, күҙ тирәһендә ауыртыу, күңел болғаныу һәм йыш ҡоҫоу. Сысҡан биҙгәге өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал.
Ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү зарур
Тулыраҡ: Ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү зарур