Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, һабан байрамдары 25-се майҙан 29-сы июнгә тиклем дауам итәсәк. Беренсе һабантуй Стәрлетамаҡта үтәсәк. Өфөлә байрам, ғәҙәттәгесә, Рәсәй көнө менән бер көнгә тура килә. Һуңғы һабантуй Торатау итәгендә Ишембай районынында 29 июндә уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель айында республика етәксеһе һабантуй байрамдарын спиртлы эсемлектәрһеҙ үткәрергә тәҡдим иткәйне. Закон проекты әле йәмәғәт тыңлауҙары үтә.
Башҡортостанда һабантуй байрамдары теҙмәһе раҫланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда һабантуй байрамдары теҙмәһе раҫланды