5-се тапҡыр ойошторолған Халыҡ-ара акция 18 майҙа үтте. Быйыл диктантты 70 меңгә яҡын кеше яҙған. Уларҙың төп өлөшө, йәғни 59 мең самаһы кеше Башҡортостандыҡы. Акцияла күрше төбәктәрҙән 927, ә сит илдәрҙә 112 кеше үҙ белемен һынап ҡараған. Сағыштырыу өсөн: былтыр башҡорт теленән диктантта 12 мең генә кеше ҡатнашҡан. Халыҡ-ара акцияның төп маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, йәмәғәтселек иғтибарын грамоталылыҡ мәсьәләһенә йәлеп итеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Башҡорт теленән диктантты 19 мең самаһы кеше "5"кә яҙған
Тулыраҡ: Башҡорт теленән диктантты 19 мең самаһы кеше "5"кә яҙған