Яңынан торлаҡ йорттар төҙөп тапшырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡты. Быйылғы ғинуар-апрель айҙары йомғаҡтары буйынса төҙөлгән рейтингта беренсе урында — Татарстан, өсөнсөлә — Түбәнге Новгород өлкәһе килә. Башҡортостандың статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ғинуар-апрелдә республикала һигеҙ меңдән дә күберәк фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 660 мең квадрат метрҙан ашыу. 1000 кешегә иҫәпләгәндә иһә 163 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республика бер кеше иҫәбенә төҙөлгән торлаҡ рейтингы буйынса өсөнсө урында тора.
Яңы торлаҡ йорттар төҙөү буйынса Башҡортостан - икенсе урында
Тулыраҡ: Яңы торлаҡ йорттар төҙөү буйынса Башҡортостан - икенсе урында