Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә "Иғтибар — балалар!" акцияһы уҙғара. Ул ике көн элек старт алды һәм 7 июнгә тиклем бара. Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, уның төп маҡсаты- өлкәндәр һәм балалар хәтерендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу. Акция барышында мәғариф учреждениеларында әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса практик дәрестәр үткәреләсәк. Ата-әсәләр йыйылыштарында, уҡытыусылар кәңәшмәләрендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тураһында мәғлүмәт биреләсәк, шулай уҡ махсус видеофильмдар күрһәтеү, балалар креслоһының мотлаҡ булырға тейешлеген аңлатыу ҡаралған.
Өфөлә "Иғтибар - балалар!" акцияһы уҙа
Тулыраҡ: Өфөлә "Иғтибар - балалар!" акцияһы уҙа