1 июлдән республикала табиптарҙы дәртләндереү программаһы ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, онкологияны тәүге стадияһында асыҡлаусы табипҡа матди ярҙам бүлеү ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ошондай саралар быйыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Һандар менән аңлатҡанда, яман шештән үлем осраҡтары 0,5 процентҡа кәмегән. Ағымдағы йылдың тәүге кварталында ғына, 600-ләп пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡала алғандар.
Яман шеште иртә асыҡлаған табиптарға премия түләнәсәк
Тулыраҡ: Яман шеште иртә асыҡлаған табиптарға премия түләнәсәк