Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең идарасыһы Марат Латипов мөмкинлектәре сикләнгән, атап әйткәндә аяҡ йәрәхәттәре алған 9 кешегә махсус автомобилдәр тапшырҙы. Вил Камалетдиновҡа еңел автомобиль асҡыстарын тыуған көнө уңайынан түгел, ә уның тормошон еңеләйтеү йәһәтенән тапшырҙылар. 62 йәшлек ир уҙаманы ҡасандыр совхозда тәжрибәле механизатор итеп таныта үҙен. Ураҡ эштәре ҡыҙған мәлдә ул аяғын юғалта. Ҡул менән идара итеүгә ҡулайлаштырылған Лада Гранта автомобилдәре уның ише тағы ла 8 кешегә тапшырылды.Кемдер социаль страховка фондынан еңел автомобилде тәүгә ала, ә Зилә Баязова һәм Вил Камалетдиновҡа инде икенсегә тапшыралар. Оканы хәҙер иркен һәм яңы Лада алмаштыра.Производствола хеҙмәткәрҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында йәрәхәтләнә. Шулай ҙа күпселек осраҡта эште дөрөҫ ойоштормау, технологик процессты һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп тыуа бындай хәлдәр. Төҙөлөштә һәм ауыл хужалығында эшләүселәр бигерәк тә йыш ҡазалана икән. Үлем менән тамамланған осраҡтарҙың иң күбеһе бейеклектән ҡолап төшөү менән бәйле, ти белгестәр һәм ҡаҙнанан социаль страховкаға бүленгән аҡсаның артыуын билдәләй.Һау-сәләмәт булыуға бер ни ҙә етмәй. Ойошма, предприятие етәкселәрен, тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрҙе эш ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәргә һәм һаҡ булырға саҡыра социаль страховка фонды һәм хеҙмәт инспекцияһы белгестәре. Әлеге ваҡытта республикала производствола йәрәхәт алыусы 9 меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамын ала. Уларҙы социаль реабилитациялау йәһәтенән күп саралар күрелә. Шуларҙың береһе – махсус автомобилдәр бөгөн үҙҙәренең хужаларын тапты һәм Башҡортостандың төрлө тарафтарына юл алды.
Өр яңы автомобилдәр хужаларын тапты
Тулыраҡ: Өр яңы автомобилдәр хужаларын тапты