Теүәл 10 көндән республикалағы 2 мең 652 ошондай учреждение үҙ ишектәрен аса. Әле уларҙа хәүефһеҙлек талаптары тикшерелә, уҡыусыларҙың ялын күңелле һәм файҙалы ойоштороу мәсьәләһен вожатыйҙар хәстәрләй, ә ата-әсәләр балаларын ҡайҙа ебәрергә тип баш вата. Столяровтар ғаиләһе быйыл йәйге лагерға алдан уҡ әҙерләнә башлаған. Ағалы-ҡустылы Арсений һәм Родион каникулдарын шифаханала уҙғарасаҡ. Юллама хаҡын күп балалы ғаилә өсөн дәүләт түләй. Уҙған йыл был форсаттан беренсе тапҡыр файҙаланған ғаилә малайҙарҙы быйыл да ебәрергә ҡарар иткән. Ял итеүселәр менән осрашыуға буласаҡ вожатыйҙар ҙа әҙерләнә. Йәйге каникулдарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә теләгән студенттар йыл дауамында әҙерлек үтә. Йәйге лагерь балаларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн төрлө ысулдар уйлап табалар. Ғәмәли тәжрибәне вожатыйҙар бер көнлөк заездар ваҡытында нығыта. Баланы ял итергә ебәрер алдынан учреждение хаҡында мәғлүмәтте ентекләп өйрәнергә кәңәш итә белгестәр. Түләүле лагерҙар араһында мәҫәлән, Мәғариф министрлығы реестрына инмәгәндәре лә бар. Исемлекте ведомствоның рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Реестрға ингәндәрендә әле балаларҙы ҡабул итеүгә ентекле әҙерлек бара. Өфө янындағы был лагерҙа мәҫәлән, баҫҡыстар киңәйтелгән. Сөнки, үткән быуаттың 60-сы йылдарында талаптар бер булһа, хәҙер нормалар яңырған.Көнөнә 4 тапҡыр ашау, спорт, күңел асыу һәм мәҙәни программа. Ата-әсәләр һорауы буйынса быйыл Өфөләге ММА спорт үҙәгендә көндөҙгө лагерь ойошторорға булғандар. Төп ваҡытын балалар әлбиттә спортҡа бағышлаясаҡ. Теүәл ике аҙнанан Башҡортостанда 2 мең 652 лагерь үҙ ишектәрен аса. Мәктәп йәшендәгеләрҙең 50 проценттан ашыуы, ҡала эргәһендәге, мәктәп яны, палаткалы лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа ял итеү форсатына эйә. Шул уҡ ваҡытта 90 мең бала өсөн юллама бөтөнләй бушлай буласаҡ. Бындай мөмкинлектән льготалы категорияға ҡараған ғаиләләр өмөт итә ала.
Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк
Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк