Талпан ҡотора

Тулыраҡ: Талпан ҡотора

Башҡортостан халҡы хакимиәттәрҙән талпандарға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарын ҡулланыуҙы ла талап итә. Йәй башланмаған, ә республикала 3 мең самаһы кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән. Бының өсөн яуаплы чиновниктар иһә белдереүҙәрҙән ары китә алмай. Шуныһы ҡурҡыныс, тикшерелгән талпандарҙың күбеһе энцефалитлы булып сыҡҡан.