Франция, Эстония, Ҡытай, Һиндостан, Таджиҡстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Көньяҡ Корея, Австрия, Германиянан килгән һәм Рәсәйҙә эшләгән алдынғы табиптар тәжрибә уртаҡлашты. Торатау Конгресс-холында донъя медицинаһының алдынғы вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, аспиранттар, студенттар йыйылды. Конгресс урологияның бөтә йүнәлештәрендәге мәсьәләләрен дә тикшереүҙән ғибәрәт булды. Ҡатын-ҡыҙҙың, ир-егеттәрҙең, балаларҙың бәүел‑енес системаһы ағзалары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалауҙың заманса алымдары тураһында һорауҙар күтәрелде.Конференциянан тыш Евразия урологтары конгресы белем биреү программаһын да бойомға ашырҙы. Йөҙләгән ҡатнашыусы алдында күрһәтмә операциялар башҡарылды. Конгресс-холлда секцияларҙа тәжрибә уртаҡлашҡан табиптар онлайн рәүештә медицина университетында эшләнгән операция барышын да күҙәтеп, хирургтар менән аралаша алды. Уларҙың маҡсаты – ике көн эсендә 15 операция башҡарыу.Операцияларҙы Мәскәү хирургтары етәкләне. Улар өс алым — эндоскопик, лапароскопик һәм робот ярҙамы менән эшләнде. Осрашыуҙа ҡатнашыусы табиптар был йүнәлештә Өфө урологтарының ныҡышмал эшләүен, алдынғы рәттәрҙә булыуын билдәләне һәм киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә теләүҙәрен белдерҙе.
Өфөлә Евразия урологтары конгресы үтте
Тулыраҡ: Өфөлә Евразия урологтары конгресы үтте