Республикала тиҙҙән мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеү башлана

Тулыраҡ: Республикала тиҙҙән мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеү башлана

Улар яңы форматта эшләй башлаясаҡ.Һәр мөрәжәғәт итеүсе бөтә һорауҙарын да бер урында хәл итә алһын өсөн, эшмәкәрлек “берҙәм тәҙрә” режимында алып барыла. Шулай уҡ эш эҙләүселәргә уларҙың тәжрибә кимәлен , ҡыҙыҡһынған һөнәрҙәрен иҫәпкә алған шәхси консультант ярҙамы тәҡдим ителә. Белгес икенсе һөнәргә уҡып сығыу, кфалификацияны күтәреү буйынса кәңәштәрен бирә ала. Мәшғүллек хеҙмәтен модернизациялау “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә Президенттың май указдарына ярашлы башҡарыла.