Башҡортостан халҡы йәй көтә

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы йәй көтә

Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡасан тамамланыр, республикала көндәр йылыға тартырмы. Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәре лә май һыуығынан ыҙалай. Ҡойма ямғырҙар, төнөн төшкән ҡырау, урыны менән яуған ҡар ҡатыш ямғыр, боҙборсаҡ. Быларҙың барыһы ла май аҙағына хас күренеш һымаҡ та түгел. Республиканың Ғҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, мәҫәлән, май айында ғына бер-нисә көн рәттән махсус белдереү яһаны. Ысынлап та, Башҡортостанда ҡайһы бер көндәрҙә ел тиҙлеге секундына урыны менән 20 метрҙан уҙҙы. Халыҡ һынамыштарына ышанып, быйылғы йәйҙең һалҡын буласағына көйһөҙләнергә ярамай. Августҡа тиклем һауа температураһы уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән хатта юғарыраҡ булыр, тигән фараздар бар. Башҡортостан метеорологтары ла ошондай күҙаллауҙар яһай. Көндәрҙең сағыштырмаса һалҡын тороуон халыҡ башҡа сәбәптәргә лә бәйләй. Ғәҙәттә, Ураҙа айында һауа температураһы һәр ваҡытта ла түбән тора. Быға күптәр иғтибар иткәне барҙыр. Тәбиғәт тә рамаҙанға аяҡ баҫыусыларҙы үҙенсә аялай. Майҙың икенсе декадаһы Башҡортостан халҡын ныҡлы аптырашта ҡалдырғайны. Күптәр хатта һыу инеү миҙгелен асырға өлгөрҙө. Шулай ҙа Өфө халҡы, июнде көтә. Баш ҡалала быйыл тиҫтәләгән пляж ял итеүселәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә. Әлегә иһә тәбиғәт ҡосағына сығыусыларға әлеге лә баяғы һауа торошо ҡамасаулай. Ғөмүмән, быйылғы яҙҙы башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күпкә йылы килде тип әйтергә була. Май айында Башҡортостанда һауа температураһы 35 градусҡа тиклем күтәрелгән райондар ҙа булды. климаттың үҙгәреүе ауыл хужалығы тармағы өсөн ҡулай килде. Республикала, мәҫәлән, сәсеү эштәрен тамамлаған райондар ҙа бар. Шулай ҙа йәйҙең нисек киләсәген фаразлау ҡыйын эш. Ҡыуандырғаны бер генә, Рәсәй синоптиктарының күҙалалуҙары буйынса, илдең күп өлөшөндә йәйҙең тәүге көндәре уртаса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ буласаҡ.