Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале башланды

Тулыраҡ: Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале башланды

Сараға – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа төбәктәрҙән театр әһелдәре йыйылды. 7 көн дауам итәсәк фестивалдә жюри ағзаларына һәм тамашасыларға барлығы 13 спектакль тәҡдим ителәсәк. 7-се тапҡыр уҙғарылған төрки телле халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале был юлы ла Башҡорт халҡының милли батыры – Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу тантаныһынан башланды. Унда сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән килгән коллективтар ҡатнашты. 7-се халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале Рәсәйҙә “Театр йылы”, Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы программа талантлы, йәш режиссерҙарҙың эштәренә бай. Шулай уҡ фестивалдә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусыға СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова исемендәге махсус бүләк тапшырыласаҡ. “Туғанлыҡ” фестиваленә саҡырылған ижади труппалар тамашасыларға, баһалама төркөмөнә тап иң юғары кимәлдәге драматик әҫәрҙәрҙе тәҡдим итә. “Туғанлыҡ” форумының тарихы 1991-се йылдан яҙылып килә. “Туғанлыҡ” – тимәк берләшеү, туғанлашыу. Әзербайджандан сәхнә оҫталары ла ошо фекерҙә. Улар Исмаил Имандың “Лимбо” спектаклен тәҡдим итте. Фестиваль 30 майға тиклем дауам итә. Барлығы тамашасыларға һәм фестивалдең жюри ағзаларына 13 спектакль тәҡдим ителәсәк. Башҡортостандан бер юлы ике театр ҡатнаша. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «Өс таған» спектакле менән һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дарма театры «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле. Сара барышында шулай уҡ төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия клубы эшләйәсәк.