- Кәзәләр янғынға ҡаршы. Америка Ҡушма штаттарының Калифорния штатында урман янғындары менән көрәшеүҙең үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан. Яландарға ҡоро үләнде ашарға кәзәләрҙе сығаралар икән. Янғынға ҡаршы көрәштең был иң ябай, осһоҙ һәм һөҙөмтәле ысулы, ти белгестәр.
- Тарихта тәүге тапҡыр. Рәсәйҙең ракета-йыһан корпорацияһы йыһандан ер өҫтөн юғары сифатта 4К форматында төшөргән. Яңы система алты видеокамеранан тора, уларҙың икәүһе хәрәкәтсән. Яҙманы шунда уҡ эшкәртә торған компьютер ҙа бар. Был юлы Ер юлдашы Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәре өҫтөнән осоп үткән.
- Меңәрләгән скаттар. Пилотһыҙ осоу аппараты Австралияның ярҙарында “бычерылы” тип аталған көнсығыш Америка скаттарын төшөргән. Ғәҙәттә, диңгеҙҙә йәшәгән йыртҡыс балыҡтар Атлантик океандың көнбайыш өлөшөндә көн итә. Ә бына Австралияның көнсығышында уларҙы осратыу – һирәк күренеш.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре