“Урал батыр” эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы

Тулыраҡ: “Урал батыр” эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы

Башҡортостан республикаһының Дәүләт-Йыйылыш Ҡоролтайында билдәле ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияға Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм Үзбәкстандан ғалимдар килде. Конференцияла ниндәй һорауҙар ҡаралды? Быуындан-быуынға күсеп килгән, бөтә милләт халҡына билдәле булған “Урал батыр” эпосы юлдарын күптәр яттан белә. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы хәҙер әллә нисәмә телгә тәржемә ителгән. Башҡорт халҡы өсөн ҙур ҡомартҡы булып һаҡланып килгән эпос буйынса республикала уҡыусылар, студентар араһында төрлө конкурстар, конференциялар үткәрелеп тора. Эпостың үҙенсәлеген өйрәнгән, ғилми тикшереүҙәр үткәргән шәхестәрҙе Дәүләт–Йыйылыш Ҡоролтайында уҙғарылған конференция йәнә бер урынға йыйҙы. “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы алтынсы Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек сараһы тип ҡабул ителде. Бында фольклорсы, әҙәбиәтсе, телселәрҙең, ғөмүмән, халыҡ ижадының үҫеш юлдары ҡаралды. 90-сы йылдарҙа эпосты ятҡа һөйләү буйынса конкурстар уҙғарыла башланы. Йыл да үткәрелгән ярыштарҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп рекорд ҡуя. Эпосты өйрәнеүселәр һаны ла бихисап. Шуларҙың береһе билдәле ғалим-фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов. “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы” тап Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды. Әхмәт Сөләймәнов күп һанлы экспедициялар ойоштороп, унда ҡатнашып, уларҙы халыҡ араһында бөртөкләп туплап, ошо үҙенсәлекте баштан уҡ төп эш алымы тип һеңдерә. Ул фольклор материалдарын йыйыу, системалаштырыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Башҡорт халыҡ ижадында тос өлөш индергән шәхестең исеме мәңге.Ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына студенттарҙың килеүе бөтә халыҡ әҙәбиәте һәм фольклоры менән ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй. Конференцияның боронғо ҡомартҡы һәм билдәле шәхес исеменә арнап уҙғарылыуы ла юҡҡа түгел. Халҡыбыҙҙың мираҫын һәм тарихи эҙ ҡалдырған кешеләрен киләсәк быуынға еткереү –халыҡ-ара конференцияһының төп маҡсаттарының береһе.