Һабантуйҙар ваҡытында юғары ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә спиртлы эсемлектәр менән һыйламаҫҡа саҡырҙы Республика етәксеһе. Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү башланғысын чиновниктарға үҙ миҫалында күрһәтергә кәңәш итте. Кәңәшмәлә министрҙар кабинетындағы үҙгәрештәр, демография һәм бизнесты үҫтереү мәсьәләре күтәрелде. Оператив кәңәшмәне Республика етәксеһе Радий Хәбиров йола буйынса кадрҙар составындағы үҙгәрештәр менән таныштырыуҙан башланы. Быға тиклем Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән Борис Беляев хәҙер Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры һәм хөкүмәттә ошо тармаҡ өсөн яуаплы вице-премьер вазифаларын башҡарасаҡ. Был урында әлегәсә эшләгән Михаил Кирәев иһә министрҙар кабинетында хәүефһеҙлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән хеҙмәттәшлек, спорт министрлығы өсөн яуаплы.
Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған тиелде ултырышта. 23 һәм 25 майҙа законға ярашлы, сикләү булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар был талапты үтәмәгән. Хәҙер уларға Административ кодекс нигеҙендә, яуаплы вазифа биләгәндәр өсөн 20-40 мең, юридик шәхестәргә 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ошондай уҡ талап һабантуй көндәрендә лә буласаҡ. Закон проектын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 30 майҙа ҡараясаҡ. Документ ҡабул ителгән осраҡта йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә тулыһынса, ә башҡа көндәрҙә киске сәғәт ундан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыу тыйыласаҡ.Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров айыҡ һабантуй уҙғарыу тәжрибәһен юғары ҡунаҡтарҙы иҫерткес менән һыйлауҙан тыйылыуҙан башларға саҡырҙы. Халыҡ сәләмәтлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Деморгафия мәсьәләләрен өйрәнгәндә йылдың тәүге кварталында үлем осраҡтарының да тыуымдың да кәмеүенә иғтибар ителде. Үлем күрһәткесендә беренсе урында ғәҙәттәгесә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм онкология. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларын бер ҡалыпҡа һалыу бурысы ла яңғыраны оператив кәңәшмәлә. Был йәһәттән инвестпортал мөмкинлектәрен киңәйтеү кәрәклеген әйтте Радий Хәбиров. Бизнес һәм инвесторҙар өсөн электрон майҙансыҡ илдә иң алдынғы платформаға әүерелергә тейеш. Район-ҡалаларҙа бизнес үҫеше өсөн айырым кеше яуаплы буласаҡ. Республика бюджетынан бының өсөн аҡса ла бүлергә әҙерҙәр.