Башҡортостандың район хакимиәттәрендә «хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары» тигән яңы вазифа 1 июлдән барлыҡҡа киләсәк. Барлыҡ муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрен аңлаған һәм тейешле ҡарарҙарҙы раҫларға һәләтле кеше буласаҡ, тине Радий Фәрит улы. Бынан тыш, ике айға бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡты контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге буйынса федераль органдарҙың биләмәләге структуралары етәкселәре менән берлектә кәңәшмәләр уҙғарыу ҡарала.
Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары
Тулыраҡ: Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары