Подъездар нисек ремонтлана?

Тулыраҡ: Подъездар нисек ремонтлана?

Ҡайһы юлдар соҡор-саҡырлы, ҡайҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә, ниндәй мәктәптә балаларҙы йәберләү бар. Көнкүрештәге ошо һәм башҡа иң мөһим осраҡтарҙы власть йәмәғәтселек ярҙамында асыҡлай. Етәкселек менән йәмғиәт хеҙмәттәшлегенең көнүҙәк мәсьәләләре Өфөлә бишенсе тапҡыр ойошторолған Гражданлыҡ форумының көн тәртибенә сығарылды. Төп бурыс – милли проекттарҙы бойомға ашырыу. Илдә йәшәгән һәр кемгә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн власть халыҡ фекеренә таяна. Халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы, тормошто яҡшыртыу теләге йылдан йыл әүҙемләшә. Ишембай районы Смаҡай ауылында йәмәғәт үҙидара ойошмаһы бынан 10 йыл элек рәсми теркәлгән. Тиҫтә йыл эсендә башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһынып хатта күрше өлкәләрҙән киләләр, ти ойошманың алыштырғыһыҙ рәйесе – Әнүәр Шәнгәрәйев.Райондарҙың күрһәтер тәжрибәһе махсус йыйынтыҡҡа тупланып форумда ҡатнашыусыларға таратыла. Муниципаль власть менән халыҡ араһындағы берҙәмлеккә ҡағылған Башҡортостан тәжрибәһе менән танышырға был юлы Ульяновск, Һамар өлкәләре, Ханты-Манси автономия округынан килгәндәр. Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина фекеренсә, уҙидаралыҡтарҙан йәнә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтөлә.Йәмәғәт ойошмалары һәм коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге менән күргәҙмәлә яҡындан танышырға мөмкин. Йүнәлештәр киң, проекттар төрлө, күбеһе республика грантына лайыҡ. “Башнедра” йәмғиәте быйыл бер юлы өс грант яулаған. Ойошма тау геология, мәғариф һәм бизнесты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Форумда быйыл тәүге тапҡыр белешмә-семинар ҡаралған. Йәмәғәт палатаһы тәҡдимен Ҡыҙыл тәре йәмғиәте ҡабул иткән.Форум барышында Рәсәй Ҡыҙыл тәре ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе тәү ярҙам күрһәтеү буйынса күнегеүҙәр ойоштора. Семинарҙа ҡатнашыусыларға халыҡ-ара өлгөлө сертификат тапшырыла. Был уларға донъяның һәр төбәгендә беренсе ярҙам күрһәтеү хоҡуғын бирә.“Уфасити ми” йәмғиәтенә лә киләсәктә оҫталыҡ дәрестәре бирергә тура килеүе ихтимал. 2012 йылдан эшләй башлаған ойошма быйыл үткән биш айҙа ғына меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Ул халыҡ өсөн көнүҙәк торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса кәңәштәр бирә. Үҙ йортоңдо тәртипкә килтерер өсөн законға таянып эш итергә кәрәк, ти йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.Коммерция булмаған 100 ойошманың ғәмәли эшмәкәрлеге гражданлыҡ форумы хөкөмөнә сығарыла. 13 майҙанда асылған фекер алышыуҙарҙа хәүефһеҙлек, экология һәм иҡтисад, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек, илһөйәрлек һәм ирекмән хәрәкәте, кеше хоҡуҡтарын яҡлау, йәмәғәт контроле һәм коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Һуңғыһы республикала ресурс үҙәге булдырыу мәсьәләһен ҡуя.