- Европа парламентына һайлау алдынан көнбайыш киң мәғлүмәт саралары тауыш биреүгә Рәсәйҙең ҡыҫылыу ихтималлығы темаһын тағы ла ҡуйырта башлаған. Әммә Бельгияның мәғлүмәт һәм именлек буйынса генераль хеҙмәте етәксеһе Клод Ван де Ворде барыһын да тынысландырып һайлау компанияһы сиктәрендә Рәсәйҙең әүҙемлеге күҙәтелмәй тип белдергән.
- Затлы автомобилдәр янып көлгә әйләнгән. Кемеровола автомобиль һатыу үҙәктәренең береһендә көслө янғын сыҡҡан. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Зыян күләме тураһында ла хәбәр ителмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса янғын ҡыйыҡтан башланған.
- Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Мәскәүҙә 26 йәшлек егетте ҡулға алған. Ул беҙҙең илдә эшмәкәрлеге тыйылған Ислам дәүләте террорсыларының банктағы иҫәптәренә 50 миллион һум аҡса күсереүҙә шикләнә. Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, финанас ярҙам алыусыларҙың барыһы ла Ислам дәүләте яғында һуғыша. Ҡулға алынған егет йәшәгән фатирҙа экстремистик әҙәбиәт, банк карталары, ИГИЛ координаторҙарынан күрһәтмәләр бирелгән телефондар табылған.
- Көс һәм ҡеүәт символы юҡ ителде. Пенсильванияла металлургия компанияһының баш идараһын емергәндәр. 16 мең тонналыҡ бина бер нисә секундта ер менән тигеҙләшкән. 21 ҡатлыҡ бина 70-се йылдар башында төҙөлгән. 2001 йылда бөлгөнлөккә төшкәс, баш идара ла бушар ҡалған.
- Ҡытайҙа 240 йәш уҙышсы пельһыҙ велосипедтарҙағы ярыштарҙа ҡатнашҡан. Бының өсөн Чунцин ҡалаһындағы үҙәк урамдарҙың береһен ябырға ла тура килгән. Ҡайһы бер балалар, уңыш йылмайһын өсөн күрәһең, шлемдарына яратҡан йомшаҡ уйынсыҡтарын беркетергә лә онотмаған. Ата-әсәләр һәм ойоштороусылар әйтеүенсә, беговелда ярыштар балаларҙың координацияһын үҫтерергә, спортҡа ылыҡтырырға ярҙам итә. Чунцин ҡалаһында бындай ярыштар тәүге тапҡыр 2017 йылда ойошторолған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре