Сик буйы ғәскәрҙәре көнө

Тулыраҡ: Сик буйы ғәскәрҙәре көнө

Ошо уңайҙан илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫ:әпән Башҡортостанда ла байрам саралары уҙа. Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң мобиль төркөмдәренең береһе. Йөҙҙәрсә мең саҡырымға һуҙылған сик именлеген тәьмин итеү тап уларҙың бурысы. Был исемлектә ҡоро ер генә түгел. Шулай уҡ диңгеҙ һәм һауа сиктәре лә бар. Башҡортостандан ҡасандыр сик буйында хеҙмәт иткән һалдаттар хәҙер үҙ берлеген дә булдырған. Бурыс әрме дуҫлығын һаҡлау ғына түгел. Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе.