Етди һынау

Тулыраҡ: Етди һынау

Рәсәйҙә 11-се классты тамамлаусылар өсөн төп Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыу башланды. Кисә улар география һәм әҙәбиәттән тәүге һынау тотто. Был фәндәр һайлап алыу буйынса. Башҡортостанда географияны – 688, әҙәбиәтте — 997 уҡыусы һайлаған. Ә мотлаҡ тапшырыласаҡ имтихандар булып, ғәҙәттәгесә, рус теле һәм математика ҡала. Иртәнге туғыҙ ҙа тулмаған, ә 102-се башҡорт гимназияһы тупһаһы алдына уҡыусылар йыйыла ла башланы. Имтихандар сәғәт 10-да башлана. Бөгөн улар география һәм әҙәбиәттән белемдәрен тикшерә. Был фәндәрҙе гуманитар һәм тәбиғи фәндәр факультетына уҡырға инергә теләүселәр һайлаған. Ни тиклем оҙаҡ әҙерләнһәләр ҙә, тулҡынланыу һәм бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо бар, ти уҡыусылар.Дим районының бөтә сығарылыш уҡыусылары ла имтиханды Өфөнөң 102-се гимназияһында тапшырҙы. Әҙәбиәттән — 19, географиянан – 7 кеше. Тәртиптәр һәр ваҡыттағыса ҡәтғи. Үҙең менән ручка, һыу һәм шоколад индерергә мөмкин. Бер ерҙә лә шпаргалкалар йәшеренеп ҡалмаһын өсөн аҙыҡ-түлектәрҙәге этикеткалар ингәндә үк алына. Сараға мәктәптәр алдан әҙерләнә. Һәр кабинетта – икешәр видеокамера. Объективҡа бөтә өҫтәлдәр ҙә эләгә, тауыш та яҙыла. Һәр класста ике күҙәтеүсе. Ишек төбөндә сығып килергә теләүсене оҙатыусы тағы бер кеше. Күсерергә мөмкинлек юҡ. Имтихан 4 сәғәт бара. Республика буйынса Берҙәм Дәүләт Имтихандарын үткәреү өсөн 67 урын билдәләнгән. География фәнен 688, әҙәбиәтте – 997 кеше тапшырған. Республикала быйыл 20 мең уҡыусы 11-се класты тамамлай. Улар 15 дөйөм белем биреү фәне буйынса һынау тотасаҡ, шул рәттә — ҡытай теле лә бар. Башлыса уҡыусылар йәмғиәтте өйрәнеү, химия, физика, биология һәм тарих фәндәрен һайлай. Мотлаҡ тапшырыласаҡ фәндәр- рус теле һәм математика ҡала. Киләһе имтихан математика фәненән, сығарылыш уҡыусылары уны 29 майҙа тапшырасаҡ.