Кескәйҙәр бәләкәйҙән спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләггә ала. Бындай проект иһә балаларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу уята. Олимпик парк биләмәһендә тап ошо урында яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Заманса бинала 200 ашыу бала тәрбиәләнәсәк, тип билдәләнә. Яңы проект 2021 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ.Әле был урында ике ҡатлы бина һәм унда 4 спорт федерацияһы шөғөлләнә. Дзюдо, көнсығыш көрәше, фристайл, тау саңғыһында шыуыу, шулай уҡ акробатика, һыуҙа йөҙөү – кескәйҙәр төрлө спорт йүнәлештәрен һайлай ала.Яңы проект ҙур майҙанлы. Балалар өсөн профилакторий, ял итеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу, йәйәүлеләр, велосипедсылар юлын төҙөү, йылға буйын тәртипкә килтереү – ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡала хакимиәтенән 65 гектар ер бүленгән. Эшҡыуар Артур Нәсибуллов билдәләүенсә, эске туризмды үҫтерер өсөн яңы заманса туристик үҙәк төҙөү талап ителә.Әле объектарҙы төҙөкләндереү схема формаһында ғына, уны ғәмәлгә ашырыу 2 млд һумға баһалана. Проект план буйынса тормошҡа ашырылғанда төҙөү эштәре оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ, 3 йыл эсендә заман талаптарына яуап биргән яңы биналар ҡалҡып сығасаҡ. Был йәһәттән эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты ярҙамға әҙер. Олимпик парк матур йәшел урында урынлашҡан. Ҡыш көндәре тауҙан шыуырға киләләр, киләсәктә иһә балалар тау саңғыларында йыл әйләнәһенә шөғөлләнә алһын өсөн япма трасса булдырыласаҡ. Яңы проект өҫтөндә эшләүселәр билдәләүенсә, ҡарағай ағастарына зыян килтерелмәйәсәк.
Өфө ҡалаһында заманса йыһазландырылған яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк
Тулыраҡ: Өфө ҡалаһында заманса йыһазландырылған яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк