Лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы баһа

Тулыраҡ: Лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы баһа

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында яҙыусы, Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзаһы Тамара Ғәниева ла бар. Әҙибәгә Башҡортостандың Халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Республикала һәм унан ситтә фиҙаҡәр хеҙмәте менән танылған, тыуған республика һәм ватанға дан яулаған бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы һәр ваҡыттағыса тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары менән һуғарыла. Һоҡландырғыс кешеләр, уңған хеҙмәткәрҙәр, сағыу шәхестәр. Радий Хәбиров уларҙың уңыштарын айырым да, тотош коллектив ҡаҙаныштарын да билдәләп үтә. 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән республика тарихында өлгәшелгән ҡаҙаныштар иҫәбендә ижади цех вәкилдәренең хеҙмәте лә юғары баһалана. Шағир, артист, рәссам, журналистар көндәлек тормошҡа йәм бирә, рухи ҡиммәтәрҙе нығыта. Халыҡтың физик сәләмәтлеге һағында иһә медицина өлкәһе белгестәре тора. Меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарған табиптарҙың мөкиббәнлегенә һоҡланам, ти республика етәксеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ Шамил Сафин Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһында 40 йыл хеҙмәт итә. Бөгөн ул нейрохирургия бүлеге мөдире. Йылына мең ярым сирлене ҡабул итә, үткән өс йылда 700-ҙән ашыу операция яһаған. Республика һаулыҡ һаҡлау селтәрен үҫтереүгә йүнәлелгән сәйәсәтте бар яҡлап та хуплайым, ти Шамил Мәхмүт улы. Яуап һүҙендә ул бурыстарҙы үтәү һәм маҡсаттарҙы бойомға ашырыуға бар тырышлығымды һаласаҡмын, тип ышандырҙы. Тыуған төйәге һәм ил өсөн бар тырышлығын һалып донъя кимәлендәге төрлө артылыштарға өлгәшкән легендар спортсы Рима Баталова был юлы Башҡортостан етәксеһе ҡулынан федераль награда – Халыҡтар дуҫлығы орденын алды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты бөгөн дә тыуған республика мәнфәғәттәрен хәстәрләй. Дәүләт наградаларына лайыҡ ватандаштарыбыҙҙың күбеһе бүләкте шәхсән үҙе генә түгел, ә бергә эшләгән коллективының ҡаҙанышы, тип таный. Лайыҡлы хеҙмәт был осраҡта ла тыуған Башҡортостан үҫеше хаҡына башҡарыла.