Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған

Тулыраҡ: Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған

23 һәм 25 майҙа законға ярашлы, сикләү булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар был талапты үтәмәгән. Хәҙер уларға Административ кодекс нигеҙендә, яуаплы вазифа биләгәндәр өсөн 20-40 мең, юридик шәхестәргә 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ошондай уҡ талап һабантуй көндәрендә лә буласаҡ. Закон проектын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 30 майҙа ҡараясаҡ. Документ ҡабул ителгән осраҡта йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә тулыһынса, ә башҡа көндәрҙә киске сәғәт ундан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыу тыйыласаҡ.