Әле федераль трассаларҙы фото-видео теркәү ҡорамалдары менән тәьмин итеү эштәре бара. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, республика юлдарында термопластиктан билдә һалынасаҡ. Ул оҙағыраҡ һаҡлана һәм ҡараңғыла яҡтыраҡ күренә. Һыҙат автомагистралдәрҙә генә түгел, социаль объекттар – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар янында ла һыҙыласаҡ. М-5 трассаһы водительдәр һәм йәйәүлеләр өсөн иң хәүефле юлдарҙың береһе. Уның Башҡортостан аша өлөшөнән тәүлегенә ҡырҡ меңдән ашыу автомобиль үтә. Инженерҙар юлдағы авариялар һанын кәметеү маҡсаты менән яңы ҡуйылған камераларҙың сифатын тикшерә. Элекке камералар юлдың бер өлөшөн генә төшөргән, шуға ла бер урынға ике-өс камера ҡуйырға тура килгән. Ә был яңы фото-видео теркәү комплексы юлды тулыһынса төшөрә, водительдең юғары тиҙлектә килеүен, светофор сигналына иғтибар итмәүен теркәй. Камера тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер камераны ҡуйыу өсөн яҡынса дүрт-биш сәғәт ваҡыт талап ителә. Ул ике йылдан һуң махсус тикшереү үтәсәк.Водитель һәм пассажирҙарҙан тыш, М-5 трассаһында үткәүел аша сығып барыусылар ҙа зыян күрә. Мәҫәлән, былтыр ғына ундан ашыу йәйәүле яҡты донъя менән хушлашҡан. Күпселек осраҡта водительдәр ниндәй тиҙлектә барыуына иғтибар итмәй. Шуға ла авариялар һаны артҡандан–арта. Мәҫәлән, яңы ҡуйылған камералар ярҙамында бер нисә сәғәт эсендә бихисап ҡағиҙә боҙоусылар теркәлде.
Тап был трассала фото-видео теркәү камералары ҡуйыуҙан тыш, алдағы йылдарҙа ер өҫтө үткәүеле төҙөү ҡаралған. Ул үлем осраҡтарын күпкә кәметер, тип көтөлә. Ғөмүмән, водительдәрҙең иҫерек килеш руль артына ултырыуы һәм күп осраҡта юлда камераларҙың булмауына инаныусылар юғары тиҙлектә йөрөп авариялар һанын арттыра. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл һуңғы дүрт айҙа ғына 111 кеше аварияла һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар тап камера ҡуйылмаған ерҙә теркәлгән.Юлда авариялар һанын кәметеү маҡсаты менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2020 йылға тиклем 800-ҙән ашыу фото-видео теркәү комплексын ҡуйырға ҡушты. Быйыл йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 232 камера эш башлаясаҡ.Юл ғазабы-гүр ғазабы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Хәүеф тыуҙырған трассаларҙа камераларҙың күпләп ҡуйылыуы водительдәрҙе юл ҡағиҙәһен теүәл үтәр һәм авария, үлем осраҡтары кәмер, тип көтөлә.