Телевизион һәм радиотапшырыуҙар әҙерләүселәрҙең милли ассоциацияһы “Яндекс. Эфир” сервисында төбәк телеканалдарының рейтингын иғлан итте. Унда Башҡортостан24 телеканалы иң алдынғы урынға сыҡты. Был Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ғына түгел, беҙҙең республиканың ҙур уңышы. Сөнки быға тиклем башҡорт милли телеканалы федераль кимәлгә сыҡҡаны юҡ ине. Кәртә-ҡура, йорт мәшәҡәттәре. Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ти Гөлемеш Ҡыуатова. Саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән ул телевизорын тоҡандыра. Ә бармаҡтар ғәҙәти төймәне баҫа.юлын яңы башлаған ғына, ә әле республиканың халыҡ артистары менән спектаклдәр, документаль фильмдар. Башҡортостан телевидениеһының ошо аҡлы-ҡаралы шедеврҙары һәм шулай уҡ иң тәүге төҫлө фильмдары бөгөн Башҡортостан 24 каналының төп үҙенсәлеге. Улар меңләгән саҡырым оҙонлоғондағы пленкаларҙа ҡәҙерләп һаҡлана, һәм хәҙер инде цифралы форматта эфирға сыға.
Каналдың етәксеһе Рәмзит Абуляев һәм режиссеры Розалия Рамаҙанова тапшырыуҙар теҙмәһен бер аҙна алдан әҙерләп ҡуя. Алдағы көндәрҙә үтәсәк мөһим сараларға ла урын бүлеү мөһим. Әлеге ваҡытта Рамаҙан айы һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған тапшырыуҙар әҙерләнә.
Башҡортостан.24 каналы 2016 йылда эшләй башланы һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эфирға сыҡҡан бөтә тапшрыуҙарҙы тура эфирҙа күрһәтә барҙы. Башҡорт һәм рус телендә хәбәрҙәр булһынмы ул, мәҙәниәт яңылыҡтары, хоҡуҡи программа, мобиль репортер һәм онлайн хәбәрсе, радиотапшырыуҙарҙың видеоэфирымы һәм башҡа тапшырыуҙар булһынмы- улар милли телевидение әҙерләгән продукт булараҡ федераль кимәлдә баһа алды. Каналдың тғы ла бер матур үҙенсәлеге бар – ул үҙ тапшырыуҙары. Мәҫәлән, Ғәлимйән Ибәтуллиндың Сәйәхәтсе һуҡмағы тамашасыларҙы ҡайҙа ғына алып китмәй. Телевизор ҡараусылар үҙҙәре үк темалар тәҡдим итә. Тапшырыу Бөтә Рәсәй бәйгеһендә беренсе урынды яуланы. Ә сәнғәт һәм ижад донъяһына тамашасыларҙы республиканың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина саҡыра. Ретро+ тапшырыуында күренекле актерҙар, сәнғәт әһелдәре менән элекке спектаклдәр, фильмдар тураһында әңгәмә тәҡдим итә улар. Ә был бөтөнләй әр яңы проект – Матур башҡорт теле. Алып барыусы Гөлназ Йосопова һәм Юлиә Краснова тел үҙенсәлектәрен өйрәнәләр. Башҡортостан 24-*те Смарт ТВ функцияһы булған телевизорҙарҙа, смартфон һәм планшет ҡушымталары аша, кабель телевидениеһы селтәрҙәрендә, ә 2018-ҙең сентябренән Яндекс-эфир сервисы аша ҡарарға була. Һуңғыһында тамашасылар һаны ай һайын арта.
Башҡортостан 24 Бөтә Рәсәй дәүләт теле һәм радиотапшырыуҙар каналының төбәк департаменты ярҙамы менән уңыш ҡаҙана. Республика тормошонда булған һуңғы ваҡиғаларҙың да каналда эҫеләй килеш күрһәтелә барыуы- телевизор ҡараусыларҙың ихтияжына яуап бирә һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Лилиә Әхмәтова Төркиәлә 20 йылдан ашыу йәшәй. Әммә тыуған ерҙә йылдар буйына барлыҡҡа килгән ғәҙәте буйынса һәр көнөн яңылыҡтар менән танышыуҙан башлай. Ә бындай осраҡта Башҡортостан 24-те донъяның һәр нөктәһендә ҡарай алыу бик мөһим һәм мәртәбәле.