Акция сиктәрендә Республика кардиология диспансеры һәм республиканың клиник дауаханаһы табиптары трансплантация кисергән пациенттар менән футбол майҙанында осрашты. Илмир Фәхриев алтынсы йыл сит кеше бөйөрө менән йәшәй. Был ауырыу уның бала сағында башлана. Тик 2012 йылда табиптар тиҙ арала трансплантация эшләү кәрәклеге тураһында белдерә һәм ярты йыл эсендә донор табыла. Республиканың клиник дауаханаһында Илмир тикшереү үтә. Уның һаулығынына хәҙер бер нимә лә янамай, ти табиптар. Ә спорт менән шөғөлләнеү тик файҙаға ғына. “Халыҡ һаулығы көндәре” акцияһы сиктәрендә трансплантация кисергән пациенттар Республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология диспансеры табиптары менән бергә футбол яланына сыҡты. Һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән саралар республиканың бар төбәктәре һәм Өфөлә 31 майға тиклем дауам итә. Сарала шулай уҡ республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелинда ҡатнашты. Футболдан тыш пациенттар һәм табиптар шулай уҡ волейбол һәм баскетбол майҙандарында осрашасаҡ. Акция сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү буйынса күсмә семинарҙар үтәсәк. Ҡала һәм райондарҙың поликлиника биналарында “Асыҡ ишектәр” көнө ойоштороласаҡ.
Халыҡ һаулығы көндәре
Тулыраҡ: Халыҡ һаулығы көндәре