Башҡортостанда “Таҙа яр” акцияһы үтә

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Таҙа яр” акцияһы үтә

Уның барышында йылға-күлдәрҙең төбө, яр буйҙары һәм яҡын урынлашҡан урмандар сүп-сарҙан таҙартыла. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм бер-нисә предприятие хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел ярын тәртипкә килтерҙе. Бында 500 килограмдан ашыу көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылды. Ҡотҡарыусылар Беренсе май паркындағы күлде лә таҙартты. Өфөлә “Таҙа яр” акцияһы бер-нисә йыл инде уҙғарыла. Быйыл иң беренсе Ағиҙел йылғаһында урынлашҡан пляж һәм яҡын тирәләге урман сүп-сарҙан таҙартылды. Барлығы 1 километрҙан ашыу яр тәртипкә килтерелде.Был юлы ҡотҡарыусылар Беренсе май исемендәге парктағы яһалма күлдең төбөн таҙартырға килде. Бында ағым булмаһа ла, водолаздар именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәй. Сөнки, һай һыуҙа ла кешеләрҙе хәүеф-хәтәр көтөргә мөмкин, ти белгестәр. “Таҙа яр акцияһының маҡсаты – һыу объекттарында санитар тәртип булдырыу, йәштәрҙә һәм балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм йәмғиәттә һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу.Беренсе май паркындағы күлде таҙартыу дауам итә. Ярты сәғәт эсендә генә ҡотҡарыусы-водолаздар һыуҙан бер-нисә сүп-сар һауыты, шешәләр, тимер конструкциялар һәм хатта балта сығарҙы. Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең тәртипһеҙлеге.Сараны ойоштороусылар бындай акцияларға халыҡ та әүҙем ҡушылыр, тип өмөтләнә. 2017-се йылда, мәҫәлән, 11 мең ярымдан ашыу, ә уҙған йылда ...мең кеше ҡатнашҡан. Беренсе май паркына килгән халыҡ иһә экологик акцияны ҡыуанып ҡабул итте.Һыу төбөндә күпселеген автомобиль тәгәрмәстәре, сүп-сар һауыттары, баҡса инструменттары, шешәләр һәм тимер-томор табылды. Ҡотҡарыусылар 100 килограммдан ашыу көнкүреш ҡалдыҡтары сығарҙы. “Таҙа яр” акцияһы ай аҙағына тиклем дауам итә. 30-сы майҙа Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре, предприятие-ойошмалар менән Ҡариҙел йылғаһы ярын һәм яҡын урынлашҡан урмандарҙы таҙартырға йыйына.