Республика етәксеһе Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыуҙан бюджетҡа килемдең артыуы тураһында белдерҙе. Түләүҙәр 22 процентҡа артып 35 миллион һумдан артып киткән. Башҡортостанда әле ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыусы 200 ойошма бар. Әммә уларҙың бер өлөшө һалым түләүҙән ҡаса, лицензия талаптарын үтәмәй. Шуға ла уларҙың эшмәкәрлеген етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы Радий Фәрит улы. Былтыр был өлкәлә тәртип боҙоуҙың 139 осрағы теркәлгән. 100 ойошма административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, республикаға килтерелгән зыян 31 миллион һум.
Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыуҙан бюджетҡа килем артҡан
Тулыраҡ: Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыуҙан бюджетҡа килем артҡан