Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһы индерелә. Хәҙер “Башавтотранс” һәм барлыҡ шәхси маршруттарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ. Был турала Дәүләт йыйылышы – Ҡоротайҙа үткән эшсе төркөм ултырышында хәбәр ителде. Шулай уҡ, депуттатар баҡсасыларҙың маршрут автобустарға һәм кәрәкле туҡталыштарға ҡытлыҡ кисереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Баҡса миҙгеле етеү менән рюкзак-сумкаларын күтәреп юл буйлап китеп барған кешеләрҙе йыш күҙәтергә мөмкин. Шулай баҡсасыларға үҙ участкаларына барып етер өсөн әллә нисәмә саҡрымдар йәйәү атларға тура килә. Төп сәбәп – автобустарҙың етешмәүе һәм баҡсасылар ширҡәттәре эргәһендә туҡталыштарҙың булмауы. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙа үткән эшсе төркөм ултырышында күтәрелгән тәүге һорау тап ошо мәсьәләгә ҡағыла. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ күпләп йөрөгән йүнәлештәргә йәй миҙгеленә өҫтәмә рейстар сығарыла. Әммә халыҡтың мөрәжәғәттәренә ҡарағанда, улар был маршруттарҙың теҙмәһен йәки уларҙың барлығын бөтөнләй белеп тә бөтмәй. Әйткәндәй, автобустар баҡсасыларға кәрәк ерҙә туҡтар ине лә, тик тәғәйен булмаған урындарҙа пассажирарҙы сығарған өсөн водителдәргә өс мең һум күләмендә административ штраф ҡаралған. Ҡаббаттан был ҡағиҙәне боҙһа - биш мең. Шуға туҡталыштар ҡытлығын бөрөү ҙә төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Сүп-сар реформаһына күскәндә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән сходтар ойошторолған кеүек был мәсьәләне хәл иткәндә лә ошондай йыйылыштар үткәреү файҙалы булыр ине, ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. Был осраҡта баҡсасылар үҙҙәренә уңайлы булған ҡарар сығарырға ярҙам итер ине. Сөнки барлыҡ эштәр ҙә халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә йүнәлтелгән.Баҡсасылар һәм ғөмүмән, барлыҡ пассажирҙар өсөн тағы ла бер уңайлыҡ — берҙәм транспорт картаһына күсеү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 1 июлдән “Башавтотранс” һәм барлыҡ легаль операторҙарҙың маршруттарында берҙәм транспорт картаһы ярҙамында иҫәпләшергә буласаҡ. Ә сентябрҙән башлап бер билет сәғәт дауамында төрлө автобустарҙа,трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа йөрөргә мөмкинлек бирә. Берҙәм транспорт картаһы почта, банкт бүлексәләрендә, ҙур магазин селтәрҙәрендә 50 һумға һатыласаҡ. Был карта менән ҡулланыу еңелерәк булһын өсөн мобиль ҡушымта ла уйлап сығарылған һәм шулай уҡ, 1 сентябрҙән ғәмәлгә инер тип көтөлә. Ә элекке траспорт карталары яйлап әйләнештән сығасаҡ. Ҡулаҡса менән иҫәпләшеү әлегә ҡала. Әммә берҙәм транспорт картаһы күпкә отошлораҡ, сөнки ҙур ғына ташламалар ҡаралған һәм шуныһы уңайлы — уның менән Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ.