- Германияның Ульм ҡалаһында Европа парламентына һайлауға тауыш биреү өсөн килгән Румыния ватандаштарынан ҙур сират барлыҡҡа килгән. Бер сәғәтләп үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлеген көткән кешеләр бина ишектәрен ҡаплаған. Шунлыҡтан тауыш биргәндәр тәҙрә аша сығырға мәжбүр булған. Һайлау участкаһы ябылырға бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас сиратта тороусылар ҡаршылыҡ акцияһы үткәргән.
- Сүриә армияһы Кафр-Нбуда ҡалаһын террорсыларҙан азат иткән. Сана агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡала хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡарамағына күскән. Кафр-Нбуда С-риә өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Унан 15 саҡырымда ғына Хама-Алеппо юлы үтә.
- “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин Плесецк аэродромынан “Союз-2.16” ракетаһын осороуҙы видеоға төшөрөп социаль селтәргә һалған. Был кадрҙарҙа һеҙ ракетаны йәшен атыуын күрәһегеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, старт уңышлы булған, ракета “ГЛОНАСС-М” юлдашын орбитаға сығарған.
- Спасекс компанияһының элемтә юлдаштары Башҡортостан өҫтөнөн осоп үтте. Канавералдан беҙҙең республикаға тиклем етеү өсөн юлдаштарға дүрт көн кәрәккән.
- Санкт-Петербургта барабанда уйнау буйынса үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды. 556 профессиональ музыкант Гиннестың рекордтар китабы вәкилдәре ҡатнашлығында барабан һуҡҡан.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре