Бала йөрәге көнө

Тулыраҡ: Бала йөрәге көнө

«Бала йөрәге көнө» Тап ошо исем аҫтында сәләмәт тормошҡа әйҙәгән матур сара үтте. Табиптар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән берлектә балаларға һаулыҡты кескәй саҡтан нығытырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте. Һәр кемдең күкрәгендә үҙенең йоҙроғо ҙурлыҡ ҡына йөрәк тибә. Кескәй генә тән ағзаһы, ә ни тиклем мөһим. Родина кинотеатры алдына йыйылған балаларға республика кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеүҙәр аша сәләмәтлек нигеҙе хаҡында һөйләне.Сәләмәтлек нигеҙе яҡшы кәйеф һәм хәрәкәт. Шорт-трек буйынса олимпия чемпионы Семен Елистратов балалар менән күнегеүҙәр эшләне һәм спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.Сараның ҡунағы, республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ауырыуҙарҙы бала саҡтан иҫкәртеү юлдарын өйрәнергә, ата-әсәләргә ошо турала онотмаҫҡа кәңәш итте.Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, табип Римма Үтәшева ла ошондай сараларҙың бала өсөн генә түгел, тотош ғаилә өсөн мөһим булыуын билдәләне.Ысынлап та, баланы күркәм холоҡло итеп тәрбиәләү менән бер рәттән үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртыу юлдарын да аңлатырға кәрәк. Һүҙ менән түгел, ғәмәлдә, үҙ миҫалыбыҙҙа.Иң ябай алымдар менән.Бала йөрәге акцияһы «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһы сиктәрендә үтте. Әйткәндәй, был акция республика ҡала һәм райондарында 27- се майҙан старт алды. Тимәк, халыҡ 31 майға тиклем амбулатория-поликлиникаларҙа һәм сәләмәтлек үҙәктәрендә ҡан баҫымын, ауырлығын үлсәй ала, йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе буйынса бушлай консультация үтә ала.